Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Апрель 2022, 15:44

Ҡатнашығыҙ, еңеү яулағыҙ!

Быйылғы йылдан ауылдарҙа нимә барлыҡҡа килеүе ихтимал?!

Ҡатнашығыҙ, еңеү яулағыҙ!
Ҡатнашығыҙ, еңеү яулағыҙ!

Абҙаҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто фасадына ремонт

Аҙналы. Ауыл зыяратын төҙөкләндереү өсөн материалдар алыу

Асы. Мәктәпкә ремонт

Үрге Әүжән. Юлдарҙы таҙартыу өсөн трактор алыу

Тимер юл. Һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау

Егәҙе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн ҡуйылған обелискыны ремонтлау

Йөйәк. Мебель алыу

Көмбә. Балалар өсөн уйын майҙансығы

Олойылға. Мәҙәни ял итеү үҙәге ҡыйығын алыштырыу

Мәхмүт. Мәктәп тәҙрәләрен алыштырыу

Нура. Балалар майҙансығын ремонтлау

Тирлән. Завод зыяратын кәртәләү

Туҡан. Балалар баҡсаһына капиталь ремонт

Үҙән. Хоккей майҙансығына асфальт түшәү

Шығай. Трактор һатып алыу

Белорет. Мата аръяғы-2 биҫтәһендә балалар майҙансығы төҙөү.

Был эштәрҙе ауыл халҡы үҙҙәренең хакимиәт башлыҡтары һәм депутаттары менән бергә хәл итте. Ярты йыл дауамында ауыл хакимиәттәре халыҡ менән дөйөм йыйылыштарҙа беренсе сиратта төҙөкләндереүҙе талап иткән объекттарҙы һайланы.

16 биләмә “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашырға заявка бирҙе.

Иң актив хакимиәттәр – Егәҙе, Йөйәк, Николаевка, Инйәр. Был биләмәләр йыл да тиерлек ҡатнаша һәм еңеү яулай.
2021 йылда райондан 10 биләмә ҡатнашһа, шуларҙың 6-һы проект еңеүсеһе булды.

Һөҙөмтәләр июндә буласаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: