Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 11:37

Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға грант рәүешендә аҡса алырға мөмкин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 июнендәге «Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе. 

Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға  грант рәүешендә аҡса алырға мөмкин
Ауылда эшләгән йәш уҡытыусыларға грант рәүешендә аҡса алырға мөмкин

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 2022 йылда йәш уҡытыусыларға 690-ышар мең һумлыҡ 25 грант тапшырыла. Был конкурста ауыл ерендәге мәктәптә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылғайны. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.

Фото: ugra-news.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: