Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 10:00

Бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе

Быйыл яҙ Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе.

Бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе
Бүләк йыйылмаһы үҙгәрҙе

Хәҙер бүләккә әйбер: сумка, бәйләнгән комбинезон, башлыҡ, биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, янғынды иҫкәртеү приборы, һырыған юрған бирелә. Сабыйҙар өсөн комплекттың бөтә компоненттары яҡшы сифатлы, Өфөнөң «Ағиҙел» предприятиеһында етештерелгән, тип белдерҙеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылманың составы һәм үҙҡиммәте ваҡыты-ваҡыты менән үҙгәреп тора. 2021 йылда бүләк йыйылмаһында биләү, кофта, бәләкәй бала кейеме, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал бар ине.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: