Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 10:48

Мәктәп йәшендәге 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана

Балаларҙың йәйге ялына арналған брифинг барышында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һандар менән таныштырҙы.

Мәктәп йәшендәге 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана
Мәктәп йәшендәге 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана

Министр әйтеүенсә, әгәр былтыр 1400-ҙән ашыуыраҡ лагерь балаларҙы ҡабул итһә, быйыл уларҙың һаны 1600-гә еткән. Ҡала ситендәге, хеҙмәт һәм ял, мәктәп яны лагерҙарынан тыш, палатка ла лагерҙары ла ойошторола. Йәйге осорҙа мәктәп йәшендәге 400-гә яҡын баланы ял иттереү күҙаллана.

«Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһының бюджеты 1,5 миллиард һум тәшкил иткән. Быйыл иһә 1,784 миллиард һум, — тине министр. — Быйыл лагерҙар балалар менән йөҙ процентҡаса тулыландырыла».

Балалар лагерҙарында эшләү өсөн 25 мең хеҙмәткәр әҙерләнгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: