Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Май 2022, 13:31

Түләүҙәр тураһында чат-бот һөйләй

Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге хеҙмәткәре Ильяс Сәғитов Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыу эфирында 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр буйынса чат-боттың эшләүен хәтергә төшөрөп үтте.

Түләүҙәр тураһында чат-бот һөйләй
Түләүҙәр тураһында чат-бот һөйләй

Республикаға идара итеү үҙәге белгестәре уны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Telegram мессенджеры өсөн әҙерләгән.

«Бот айлыҡ пособие (быйыл республикала йәшәүселәр өсөн 11 009 һум) тәғәйенләү мәсьәләләренә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итер. Аҡсаға 3-7 йәшлек бала тәрбиәләгән, килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр иҫәп тоторға мөмкин», — тине Ильяс Сәғитов.

Һанлы ярҙамсы ошо һылтанма буйынса: https://t.me/posobie3_7_02_bot.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: