Николаевка, Нура, Инйәр ауыл хакимиәттәре конкурсты уңышлы үтеп, еңеп сыҡты.
Быйыл Нура халҡы балалар майҙасығы биләмәһен төҙөкләндерәсәк. Бының өсөн республика һәм урындағы ҡаҙнанан 411 мең һум бүленә. Инйәр хакимиәтенә ҡараған Көмбә ауылында балалар майҙансығы булдырыла. Майҙансыҡ хаҡы - 325 мең һум. Мәхмүттәр 946 мең һумға (871 – республика һәм урындағы бюджет, 75,6 мең һумы халыҡтан йыйыла) ауыл мәктәбененең ағас тәҙрәләрен пластикка алыштыра.
Шығай, Егәҙе, Үрге Әүжән ауыл хакимиәттере, Белорет юғары балл йыйҙы, әммә ләкин конкуренция ҙур булыу сәбәпле, төшөп ҡалды. Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 1143 ғариза ҡабул ителгән.
2016-2021 йылдарҙа районда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика проекты ярҙамында 41 проект (39 млн. һумлыҡ) тормошҡа ашырылған.