+1 °С
Болотло
«Закон проекты граждандарҙың социаль яҡланмаған категорияларына ҡарата хоҡуҡи ғәҙелһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Ул етемдәр, беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарына, бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балаларына ла ҡағыла. Әле уларҙың вуздарға ғына федераль бюджет иҫәбенә өҫтөнлөклө рәүештә уҡырға инеү хоҡуғы бар», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.
Тәҡдим ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, социаль яҡтан яҡланмаған 13 категория техникум һәм колледждарға льготалы уҡырға инеү хоҡуғына эйә була.