Милли проекттар
30 Июня 2022, 06:09

Республикала 69 йортта подъездарҙы ремонтлау тамамланған

Башҡортостанда 69 йортта 198 подъезды ремонтлау тамамланған, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала 69 йортта подъездарҙы ремонтлау тамамланғанРеспубликала 69 йортта подъездарҙы ремонтлау тамамланған
Республикала 69 йортта подъездарҙы ремонтлау тамамланған

«Беренсе ҡаттарҙа тамбур ишектәрен, подъездарҙағы тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырабыҙ, беренсе ҡаттарҙа плиткаларҙы яңыртабыҙ. Яңы почта йәшниктәре ҡуябыҙ, лампочкаларҙы энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстарға алмаштырабыҙ, штукатурлайбыҙ, буяйбыҙ. Беҙҙең принцип — халыҡты ошо процесҡа йәлеп итеү. Стеналарҙың төҫөн, плитканы улар үҙҙәре һайлай, эштәрҙе контролдә тота», —  тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Планға ярашлы, 2022 йылдың 1 октябренә 23 муниципалитет биләмәһендә урынлашҡан 304 йорттоң 896 подъезында эштәр тамамланырға тейеш. Республика программаһының бюджеты — 493,3 миллион һум.

«Подъездарҙы ремонтлау уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа айырыуса мөһим. Тап шуға ла беҙ тиҙ арала ремонт талап иткән бөтә подъездарҙы планға ярашлы яңыртырбыҙ», — тип өҫтәне Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина