Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июль 2022, 15:03

Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Ирекмәндәр  Көньяҡ Урал һуҡмағында,Белорет һәм Әбйәлил райондары буйлап 300 саҡрым юлды билдәләп сыҡҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә ошо яңылыҡ менән уртаҡлашты.

Башҡортостан буйлап сәйәхәт
Башҡортостан буйлап сәйәхәт

Йәйәү туризм өсөн юл билдәләүҙә Өфө, Белорет, Магнитогорск, Силәбе, Санкт- Петербург ҡалаларының ирекмәндәре ҡатнашҡан. Маршрут һалыу өсөн буяҡ һәм махсус ҡоролманы ирекмәндәр үҙҙәре һатып алған. Бының өсөн кәрәкле аҡсаны краудфандинг платформаһында йыйғандар.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйем, көньяҡ Урал һуҡмағы беҙҙең әүҙем тормош позицияһы менән йәшәүсе һәм сәйәхәтсе Риф Ғәбитовтың проекты. Был 500 саҡрым оҙонлоғондағы үҙенсәлекле йәйәү маршрут Көньяҡ Уралдың иҫтәлекле урындары аша үтә – Яҡтыкүл, Ирәмәл, Ирәктәш, Ағиҙел сығанағы һәм башҡа урындар инә. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ситтә ҡалманыҡ,  Николаевка һәм Отнурок ауылдары янында һуҡмаҡ буйлап карта, маршрут буйынса мәғлүмәт биргән  алтаҡта һәм билдә ҡуйҙыҡ. Киләсәктә күрһәтеүсе алтаҡталаррҙы бөтә Башҡортостан буйлап урынлаштырырға иҫәп тотабыҙ. Барлығы республикала 1272 туристик билдә, шул иҫәптән инглиз һәм башҡорт телдәрендәге навигациялар ҡуйылды. Киләсәктә Башҡортостан буйлап сәйәхәт Рәсәйҙә абруй ҡаҙаныр тигән ышанысым бар, - тип яҙған республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: