Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июль 2022, 10:27

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы 42 тур тәҡдим итә

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәт итергә теләгән оло быуын вәкилдәре өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы тураһында яңы яҙмаһы менән уртаҡлашты.

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы 42 тур тәҡдим итә
«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы 42 тур тәҡдим итә

«Йыш ҡына шулай була: кеше ғүмере буйына тыуып үҫкән районында йәшәй, эшләй. Командировкаларға һәм ял итергә башҡа төбәктәргә бара, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Быны бөтөнләй ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Программаның туристик йүнәлеше буйынса маршруттар һаны арттырылды: хәҙер 14 туроператор республика буйлап 42 тур тәҡдим итә.

«Хаҡлы ялдағыларҙың да әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай тормош менән йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ уларға үҙенсәлекле республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Быйыл программа 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. Унда 60 йәше тулған ир-егеттәр, 55 йәште үткән, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.

Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәткә сығырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсиялар, гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, эсәр һыу бушлай.

Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм  уңайлы маршрутты,  датаны һайлап, теләһә ниндәй турға яҙылырға, йәки ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: