Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июль 2022, 10:43

Газ үткәреү программаһы буйынса 25 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән

Башҡортостанда ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреү программаһы буйынса 25 469 ғариза ҡабул ителгән. 

Газ үткәреү программаһы буйынса 25 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән
Газ үткәреү программаһы буйынса 25 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән

Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгенән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуы эфирында «Газпром төбәк-ара газ Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне.

«Халыҡ менән 22 764 килешеү төҙөлгән — 7 688 ер участкаһына газ бүлеү селтәрҙәре үткәрелгән, ә 5 632 йорт «зәңгәр яғыулыҡ» менән файҙалана ла инде», — тип билдәләне ул.

Альберт Лоҡманов һүҙҙәренсә, газ үткәреү программаһының төп өлөшө 2022 йылдың аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас