- Хакимиәт башлыҡтарына ҡала һәм ауылдар урамдары таҙа, йәмле, матур булһын өсөн коммуналь техника асҡыстарын тапшырабыҙ. Республикаға килтерелгән яңы машиналар күп функциялы: уларҙы йәйен дә, ҡышын да файҙаланырға мөмкин, - тине Радий Фәрит улы. - Техниканың бер өлөшөн белорус партнерҙары етештерҙе.
Яңы партияла – 64 махсус машина: 20 - “АМКОДОР” тейәүсе экскаватор, 19 – МТЗ тракторы, 25 – Рәсәй етештергән “ЧЕТРА” мини-тейәгес.
2022 йылда республика йәмғеһе 1,4 млрд. һумға 239 берәмек коммуналь техника һатып аласаҡ.
Ә бөгөнгө яңы техника – экскаватор-тейәгестәр Әлшәй, Ауырғазы, Балтас, Белорет, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүеҙ, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы, Федоровка, Яңауыл районедарына һәм Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларына, МТЗ тракторҙары Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә, Нуриман һәм Туймазы райондарына юлланды.