Хөкүмәт ҡарарында билдәләнеүенсә, туристик маршрутҡа рәсми статус туроператорҙарҙан, туристик клубтарҙан, мәҙәниәт учреждениеларынан, мәғариф ойошмаларынан һәм туризм өлкәһендәге берләшмәләрҙән, муниципалитеттарҙың урындағы үҙидара органдарынан һәм башҡаларҙан килгән тейешле ғаризаны ҡарағандан һуң бирелә. Ғаризаны Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына тапшырырға кәрәк.
Ғариза яҙыусыға критерийҙар иҫәбендә — республика биләмәһендә бер йылдан ашыу эшмәкәрлек алып барыу; туристик маршрутты Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә, рейтингтарҙа күрһәтеү.
Фото: srgazeta.ru