Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Август 2022, 12:10

Проект арҡылы яңы мөмкинлектәр

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә, Тирлән балалар сәнғәт мәктәбе яңы музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителде.

Проект арҡылы яңы мөмкинлектәр
Проект арҡылы яңы мөмкинлектәр

Биш миллион һумға мәктәпкә акустик рояль, аккордеондар, гармундар, синтезаторҙар, һанлы пианино, скрипкалар, гитаралар, акустик һәм интерактив комлекттар, музыкаль әҙәбиәт һәм башҡаһы һатып алынды.

Һынлы сәнғәт класы мольберттар, яҡтыртылған ҡом һәм скульптор өҫтәлдәре, муфель мейесе, ҡош һәм хайуан һындары, экспозиция витриналары, уҡыу әсбаптары менән йыһазландырылды.

Тирлән балалар сәнғәт мәктәбендә йәмғеһе 130 бала уҡый, уларға 8 педагог белем бирә. Уҡыусылар баян, аккордеон, гармун, фортепиано, скрипка, синтезатор, гитара кеүек музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Бынан тыш, һынлы сәнғәт класы, биш йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн эстетик үҫеш төркөмө лә бар.

Яңы ҡорамалдар белем биреүҙе камиллаштырып, уҡыусыларға заманса музыка ҡоралдарын һәм техниканы үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Бөгөнгө көндә Тирлән ауылында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы алып барыла. Объектты 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Был бинала шулай уҡ балалар сәнғәт мәктәбе лә урынлашасаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: