-6 °С
Болотло
Хәҙер «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарға – 1 миллион, «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнгән ата-әсәләргә– 500 мең, ә миҙал өсөн 200 мең һум түләнә башлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса быйылдан «Герой-әсә» исеме бирелә башлай. Уға 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән -ҡыҙҙар дәғүә итергә мөмкин. «Ата-әсәлек даны» ордены – ете һәм унан күберәк, ә миҙалы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән өсөн тапшырыла.
Хәҙер хөкүмәт резерв фондтан аҡса бүлеү тураһында бойороҡ әҙерләй, аҡса 2022 йылда бүләкләнеүселәргә түләү өсөн йүнәлтелә.
Фото: moi-goda.ru