Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Сентябрь 2022, 10:14

"Үҫеш нөктәһе" яҡшы башланғыс

"Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса республика райондарында байтаҡ мәктәптә ғилми йүнәлешле "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре эшләй.

"Үҫеш нөктәһе" яҡшы башланғыс
"Үҫеш нөктәһе" яҡшы башланғыс

Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә Иҙел башында киләһе уҡыу йылында 21 үҙәк эшләй башлай. Милли проект сиктәрендә райондың “Үҙеш нөктәһе” урынлашҡан мәктәп бүлмәләрендә сираттағы ремонт эшләнде. Яңы уҡыу йылында Манышты, Ҡағы, Боғанаҡ, Егәҙе, Йөйәк мәктәптәре базаларында “Үҫеш нөктәләре” асылды.

Ошо көндәрҙә Үҙәнбаш мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәге ишектәрен асты. Был Иҙел башында яңы уҡыу йылында асылған алтынсы заманса белем биреү үҙәктәренең береһе. Мәктәп коллективы, уҡыусылары һәм үҙәнбаштарҙың ҡыуанысын район мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова ла уртаҡлашты.

Үҙәнбаш мәктәбе уҡыусылары “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылыуын түҙемһеҙләнеп көткән. Махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған бүлмәлә хәҙер белем алыусылар төрлө лаборатор эштәр башҡара ала. Бигерәк тә, химия, физика, биология, информатика кеүек дәрестәр тағы ла үҙенсәлекле үтәсәк тип иҫәп тота педагогтар. Дәрестәр, кластан тыш саралар бындай заман талаптарына тап килгән бүлмәләрҙә мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле үтәсәгенә шик юҡ.

- Иң мөһиме, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы көслө. Белем биреү учреждениеларында “Үҫеш нөктәһе”нең эшләп килеүе ҙур мөмкинлектәр аса. Балалар ҙа төрлө тәжрибәләр үткәреп, фәнни эш менән шөғөлләнә ала. Бындай проект сифатлы белем алыуға ҙур этәргес булып тора. Хөкүмәтебеҙ тарафынан махсус бүленгән 3 млн. һум аҡса заманса ҡорамалдар - ноутбуктар, мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, дрелдәр, елем пистолеттары, лобзиктар, медицина тренажерҙары, беренсе ярҙам комплекттары һәм башҡа йыһаз һатып алынды. Бынан тыш, шахмат, коворкинг һәм медиазоналар барлыҡҡа килде. Матди-техник база ла нығытылды, - тине мәктәп директоры Нурия Шаһиморатова.

Мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова ла проекттың һөҙөмтәле булыуын билдәләне.

- Милли проект 2019 йылдан эшләп килә. Райондың ике тиҫтәнән ашыу белем усаҡтарында “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эшләй. Бындай үҙәктәр һөҙөмтәлелеген күрһәтте лә инде. Беренсе сиратта, ҡорамалдар белем сифатын күтәреүгә, фәндәрҙе юғары кимәлдә уҡытыуға йүнәтелгән. Хәҙер ҡала-район мәктәптәре юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырылған. Ауыл мәктәптәре 50 мегабайт, ҡаланыҡылар 100 мегабайт Интернет менән файҙалана. Был 100 процентты тәшкил итә.

Уҡытыусылар ҙа махус курстарҙа квалификацияһын күтәрҙе. Әлбиттә, бындай үҙәктәр булған мәктәптәрҙә өҫтәмә сәғәттәр бүленһә тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Һөҙөмтәләр ҙә һиҙелерлек. Был йүнәлештә Абҙаҡ мәктәбе актив, һөҙөмтәле эшләй. Белем усағының социаль проектын республика кимәленә лә сығарҙыҡ. Бында ҡыҙыҡлы проекттар ғәмәлгә ашырыла. “Үҫеш нөктәһе” - ул мәктәптең генә түгел, ауылдың да үҫеш нөктәһе. Проект эшмәкәрлеге ауылға кәрәк булған социаль йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Үҙәнбаш мәктәбе үҙәге лә һөҙөмтәһен бирер, тип ышанабыҙ, - ти мәғариф идаралығы етәксеһе Сулпан Мәүләүи ҡыҙы. “Үҫеш нөктәһе” ауыл мәктәптәренә үҙҙәрен яңы мөхиттә, кимәлдә һынау өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Үҙәктә уҡыусылар тәбиғәтте өйрәнеү, техник фәндәр буйынса белем аласаҡ, уйлап табыу һәләтен үҫтерәсәк, командала эшләргә өйрәнәсәк.

Наталья АКСЕНОВА фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: