Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2022, 16:29

Кинематографияны үҫтереүгә – 9 млн. һум

Белорет тәүге тапҡыр федераль ҡаҙнанан кинематографияны үҫтереүгә 9 миллион һумлыҡ субсидия алды.

Кинематографияны үҫтереүгә – 9 млн. һум
Кинематографияны үҫтереүгә – 9 млн. һум

Бүленгән ярҙамға Инйәр район мәҙәниәт йорто кинозалы заманса һанлы ҡорамал менән йыһазландырылды.

Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре субсидияны алыу өсөн ҙур эш атҡарып сыҡты. Фильм күрһәткән ойошмаларға ярҙам алыу өсөн Кино фондының һайлап алыу турын үтеү һәм 500 меңгә яҡын халҡы йәшәгән тораҡ пункттарҙа милли фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу мотлаҡ.

Инйәр мәҙәниәт йорто залы тулыһынса реконструкцияланасаҡ, шылмалы экран, кинобудка, прожекторҙар һәм башҡа заманса элементтар барлыҡҡа киләсәк. Көнөнә икенән күберәк фильм күрһәтеү ҡаралған. Бушлай сеанстар ҙа буласаҡ.

Декабрҙә төҙөкләндереү эштәре бөтә һәм икенсе йыл инйәрҙәрҙең үҙҙәренең кинозалы буласаҡ.

Проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡаланан йыраҡ урынлашҡан һәм тейешле бинаһы булған Инйәр һайланды.

“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса Рәсәй Федерацияһының 49 субъектының 103 кинозалы төҙөкләндерелә. Был проект республика Башлығы Радий Хәбиров булышлығы менән ойошторола.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: