Ошо көндәрҙә Инйәрҙең 1-се мәктәбендә стоматология кабинетын тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Теш дауалау кабинеттары заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған, яҡты һәм иркен. Заманса стоматология кабинеты 1-се мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, Инйәр хакимиәтенә ҡараған барлыҡ мәктәп уҡыусыларын һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен ҡабул итә аласаҡ.
Уҡыусылар тештәре ауыртыуҙы тойоу менән табиптарға мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн поликлиника юлын тапарға кәрәкмәй. Белгестәр балаларҙы ихлас ҡабул итә, кариесты дауалай, профилактик тикшереү уҙғара, ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы ҡағиҙәләрен иҫкәртә.