Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Сентябрь 2022, 12:34

Сүп-сар реформаһы дауам итә

Район ауылдарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар урынлаштырылыуы дауам итә.

Сүп-сар реформаһы дауам итә
Сүп-сар реформаһы дауам итә

Быйылғы йылда Тимер юл, Береш, Тирлән, Туҡан, Егәҙе, Ботай, Йөйәк, Ҡоҙашман, Ҡағы, Николаевка, Шығай ауылдарында 27 контейнер майҙансығы ҡуйылды.
Яңы майҙансыҡтар япмалы һәм сүп-сарҙы йыйыу-сығарыу уңайлы булһын өсөн бетондан нормативтарға тап килерлек итеп эшләнгән.
218 контейнер алынған. Шуларҙың 38-е Инйәр зонаһының Арышпар, Ноҡат, Уҫманғәле, Рәүәт, Түбәнге Телмәй, Манышты, Сәфәрғол, Көмбә, Яңы Хәсән, Дубинино ауылдарына ҡуйылды. Был ауылдарҙа хәҙер тоҡтарға йыйыу бөтөрөлдө.
Бөгөнгө көндә Сермән һәм Нура ауыл хакимиәттәре тулыһынса комплектланған, ҡалғандарында эштәр дауам итә.
Ҡалала подрядсылар 9 контейнер майҙансығы ҡуйҙы: 3-әүһе – Нижнее селениела (элек бункерҙар ине), 2-әүһе - Выселки-2 биҫтәһендә һәм 4-әңүе ҡала үҙәгендә (элек контейнерҙар ғына торҙо).
Майҙансыҡтар октябрь аҙағына тиклем ҡуйылырға тейеш.
«Эко-Сити» төбәк операторы 100 контейнер бирҙе. Улар сафтан сыҡҡан, емерелгән контейнерҙарҙы алыштырыуға китте һәм етмәгән урындарға ҡуйылды.
Йыл аҙағына тиклем федераль программа буйынса тағы ла 200 контейнер алыныуы көтөлә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: