+22 °С
Ясно


Булған майҙансыҡтарына һаҡсыл ҡараһалар ҙа, таҡталарҙан булған кәртә күптән серегән һәм алыштырыуҙы талап итә ине.
Һайлап алыуҙың беренсе этабында райондан өс проект еңеү яуланы. Мәхмүттә мәктәп тәҙрәләрен яңыларына алыштырыу өсөн подрядсылар менән килешеү төҙөлгән. Көмбәлә балалар майҙансығы урынлаштырыласаҡ.
Өҫтәмә финанслау арҡаһында тағы ла өс ауыл биләмәһе программала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булды. Йыл аҙағына тиклем Шығаә һәм Үрге Әүжән ауыл хакимиәттәре биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн трактор ала, ә егәҙеләр Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндерәсәк.