Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Октябрь 2022, 14:18

Мәктәп автобустары оҙатылды

Башҡортостан райондарына яңы мәктәп автобустары ебәрелде. 

Мәктәп автобустары оҙатылды
Мәктәп автобустары оҙатылды

Бөгөн, 12 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәктәп вәкилдәренә техниканың асҡыстарын тапшырҙы.

«Бөгөн шатлыҡлы сара, беҙ материаль-техник базабыҙҙы камиллаштырыуҙы дауам итәбеҙ. Әле Башҡортостанда 1 465 мәктәп автобусы иҫәпләнә. 50 меңдән ашыу уҡыусы 872 маршрут буйынса ташыйҙар һәм улар йылдан-йыл арта. Балалрҙы ташыу шарттарын камиллаштырыу менән бер рәттән бының сифатын һәм хәүефһеҙлеген дә булдырабыҙ. Материаль-техник базаны тәьмин итеү һәм арттырыу буйынса артабан да эшләйәсәкбеҙ, — тине Максим Забелин. — Рәсәй Федерацияһына коллектив Көнбайыштың иҡтисади баҫымы булыуға ҡарамаҫтан, беҙ барыбыҙ ҙа барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе, тәү сиратта беҙҙең үҫеп килгән быуынға арналғанын үтәргә барлыҡ көстө һалабыҙ.».

Махсуслаштырылған 20 автобустың барыһы ла республиканың 15 районына ебәреләсәк. Улар - Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман, Туймазы, Әлшәй райондары. Яңы транспорт ғәмәлдәге маршруттарҙы бушатырға, яңыларын асыуға, иҫке техниканы алмаштырыуға тотоноласаҡ.

Яңы «ГАЗ» маркалы автобустар 18 кеше ултыртыуға иҫәпләнгән. Бар хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән техникаға заманса ГЛОНАСС/GPS яһалма Ер юлдашы навигация системаһы, тахограф, өҫтәлмә автономлы мейес, хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡуйылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: