Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Октябрь 2022, 15:59

Алыҫ ауылдарға ла - юғары тиҙлекле Интернет

Мәғлүм булыуынса, тотош илдәге кеүек үк Башҡортостанда ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара.

Алыҫ ауылдарға ла - юғары тиҙлекле Интернет
Алыҫ ауылдарға ла - юғары тиҙлекле Интернет

Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы 12 октябрҙән 12 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға 2023 йылда мобиль элемтә һәм    4G (LTE) юғары тиҙлекле Интернетҡа тоташтырыу буйынса тауыш биреү үткәрә. 
Былтыр районда тауыш биреү һөҙөмтәһендә 12 ауыл һайланып алынды һәм  Интернетҡа тоташтырыу буйынса эштәр алып барыла. Быйыл милли проектта Аҙналы, Верхнебельский, Ғәбдөк, Исмаҡай, Новобельский, Ноҡат, Рысыҡай, Үткәл, Хөсәйен ауылдары ҡатнаша. 
Райондаштар, тауыш биреүҙә актив ҡатнашайыҡ. Дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп (https://www.gosuslugi.ru/inet), исемлектәге ауылдар өсөн тауыш бирәйек! 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: