Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Ноябрь 2022, 17:34

Юлдар төҙөкләндерелә

Берештамаҡта Йәштәр урамына асфальт  түшәү эштәре тамамланды.

Юлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

1,45 саҡрым урамға  асфальт түшәлде.  Элекке грунт юлға даими ҡырсынташ түшәп торорға кәрәк ине.

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Белорет филиалы ҡар яуғансы эштәрҙе тамамлап өлгөрҙө.  

Юл төҙөлөшө 2022 йылдың территориаль заказына индерелде һәм аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленде. Проектты тормошҡа ашырыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Уразмәтов ярҙам итте.  
Шулай уҡ юл фонды бүлгән аҡсаға ауыл хакимиәте ауылдары юлдары таш менән түшәлә. Александровский карьерынан 300 тонна ҡырсынташ килтерелде. Берештамаҡтың Яр буйы һәм Асының бер нисә урамына таш түшәү планлаштырылған.  

Ҡырсынташ хакимиәт тракторы менән килтерелеп тигеҙләтелә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: