Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ноябрь 2022, 12:35

Социалистик урамына - “Аҡыллы яҡтыртҡыстар”

Сосновка ауылының Социалистик  урамын хәҙер заманса  “Аҡыллы яҡтыртҡыстар”  яҡтырта.

Социалистик урамына - “Аҡыллы яҡтыртҡыстар”
Социалистик урамына - “Аҡыллы яҡтыртҡыстар”

Һәр хакимиәт төрлө проект-прогаммаларҙа ҡатнашып, биләмәһенә ҡараған ауылдарҙы мөмкин тиклем төҙөкләндерергә, халыҡҡа уңайлыҡтар булдырырға тырыша. Мәсьәләнән сығыу юлдарын эҙләп, төрлө ысулдарҙы ҡуллана.

“Урал яҡтылыҡ техникаһы заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә ауыл хакимиәттәренә үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Йәмғиәт хеҙмәте менән  Мәләүез районы хакимиәттәре күптән файҙалана ла инде.  Ауылдарҙа “Урал яҡтыртҡыс заводы”  эшселәре ярҙамы менән  4 меңгә яҡын урам яҡтыртҡысы ҡуйылған. Сосновка ауыл хакимиәте лә завод хеҙмәте менән файҙаланып, яңылышманы.  Яңыраҡ Сосновканың Социалистик  урамында 17 бағанаға заманса урам яҡтыртҡыстары ҡуйылды. Яҡтыртҡыстарҙы завод  эшселәре үҙҙәре үк килеп урынлаштырҙы. Уларҙың хеҙмәте менән файҙаланыуҙың шуныһы уңайлы, завод гарантияны биш йылға бирә. Яҡтыртҡыстар эшлектән сыға икән, завод уны бушлай алыштырырға бурыслы. Заманса ҡорамалдар хакимиәткә 153 мең һумға (яҡтыртҡысты ҡуйыу һәм демонтаж эштәре менән бергә) төшкән.

-         Заманса яҡтыртҡыстар уңайлы һәм ауыл халҡына оҙаҡ хеҙмәт итер.  Уларҙы урынлаштарыуҙы Социалистик  урамынан башланыҡ. Киләсәктә башҡа урамдарҙы ла заманса ҡорамалдар менән тәьмин итербеҙ тибеҙ. Утты аҙ сарыф иткән урам яҡтыртҡыстары оҙаҡ хеҙмәт итер, тип уйлайбыҙ. Ҡоролмаларҙың яҡтылығы 50-60 метр радиусҡа етә. Ойошма-учреждениелар урынлашҡан урамды яҡтыртыу эштәрен завод эшселәре үҙҙәре башҡарҙы. Бер көндә эштәрен атҡарып та сыҡтылар, - тине Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров.

Сосновкаларҙың тәжрибәһе менән башҡа хакимиәттәр ҙә уртаҡлашты. Улар ауыл хакимиәтендә йыйылып, “Урал яҡтыртҡыс техникаһы заводы” йәмғиәте вәкилдәре менән осрашып, фекер алышты, ҡорамалдарһың үҙенсәлектәре менән танышты. Киләсәктә башҡа муниципалитеттар ҙа уларҙың хеҙмәте менән файҙаланыр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: