Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Ноябрь 2022, 16:34

Ятва аша - күпер

Күп йылдар сосновкаларҙы ауыл уртаһынан аҡҡан Ятва йылғаһы аша һалынған күпер борсоно.

Ятва аша - күпер
Ятва аша - күпер

Күптән серегән күпер ауылдаштар, бигерәк тә, ошо күперҙән көн һайын үтеп йөрөгән мәктәп уҡыусылары өсөн хәүеф тыуҙырҙы.  Ауыл халҡы  күперҙән техника менән үтергә лә йөрьәт  итмәне.  Сосновка халҡы өмә эшләп, күперҙе ремонтлап та ҡараны. Тик оҙаҡҡа түгел, ул яңынан сафтан сыҡты.

Ошо көндәрҙә мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Ятва аша ныҡлы, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итерлек күпер һалынды. Эштәрҙе юл ремонтлау-төҙөкләндереү идаралығы өс аҙна дауамында атҡарып та сыҡты. Тимер-бетон ҡулса,  плита, металл каркастан  һәм башҡа ныҡлы төҙөлөш материалдарынан төҙөлгән күпер ҡалын таҡталар менән түшәлде. Ситенән йәйәүлеләр өсөн бордюр ҡуйылды. Хәҙер инде ҡоролманан йәйәүлеләр генә түгел, трактор, “Эко-Сити” техникаһы ла үтә ала.

Күпер ауыл хакимиәтенә яҡынса 3 млн. һумға төштө.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас