Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Декабрь 2022, 16:26

Программа дауам итә

Быйыл район тораҡ пункттарында газ үткәреүҙе тамамлау буйынса ҙур эштәр атҡарыла.

Программа дауам итә
Программа дауам итә

2022 йылда программа буйынса районда ғына 107 саҡрым газ үткәргес һалынған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ике тораҡ пункт – Асы һәм Уҫманғәле ауылдары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыла.

17 газификацияланған тораҡ пункттарында йорт хужаларҙың ғаризалары буйынса ер участкалары сигенә тиклем бушлай газ үткәрелде.  
Район халҡы менән, ҡаланыҡыларҙы ла иҫәпкә алып, газ үткәреүҙе тамамлау программаһы сиктәрендә, 3610 килешеү төҙөлгән. 1237 йорт зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. Йыл аҙағына тиклем тағы 815 йортто тоташтырыу ҡаралған. Ҡайһы берәүҙәр йорттарына зәңгәр яғыулыҡ  үткәреүҙе икенсе йылға ҡалдырған.
2022 йылдың 1 ғинуарынан күп балалы ғаиләләр, инвалид һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр йорттарын ташламалы газификациялау хоҡуғын алды. Әгәр ҙә яңғыҙ йәшәгән граждандың уртаса һәм ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан (бер кешегә иҫәпләгәндә) түбән икән, ул ташламаға эйә. 
Район буйынса 75 мең һум күләмендә ташлама ҡаралған  894 сертификат тапшырылған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәт инвалидтары өсөн 100 мең һум күләмендә ташлама ҡаралған.
Ташламалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләһенә лә тейеш. Был ярҙам саралары буйынса документтар әҙерлек стадияһында.
Газ үткәреүҙе тамамлау программаһы дауам итә. Әгәр ҙә йортоғоҙ һәм ер участкаһы теркәлгән, газ үткән тораҡ пунктында урынлашҡан икән, икенсе йылда ла программала ҡатнашыу өсөн  ғариза бирергә мөмкин.
Ғаризалар берҙәм сайт, компанияның клиенттар үҙәгендә, ҡаланың күп функциялы үҙәгендә, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ҡабул ителә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: