«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ярҙамсы станцияларға 18 яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобилен тапшырыу тантанаһын уҙғарабыҙ. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, ниндәй ауырлыҡтар кисергәнебеҙҙе барыбыҙ ҙа хәтерләйбеҙ. Медицинаға иғтибарҙы кәметмәйбеҙ. Радий Фәрит улы һеҙгә рәхмәт, хөрмәт һүҙҙәрен еткереүемде, Яңы йыл алдынан ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәрен ысын күңелдән ҡотлауығыҙҙы һораны», – тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Автомобилдәр медицина ярҙамы күрһәтеү һәм сирлеләрҙе транспортировкалау өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәр машинала дефибриллятор, электрокардиограф, портатив пульсоксиметр, үпкәне яһалма елләтеү өсөн аппарат, ҡанда глюкоза концентратын экспресс-үлсәгестәр бар.
Яңы ГАЗ һәм УАЗ машиналары Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡалаларындағы, Белорет, Бөрө һәм Дыуан райондарындағы станцияларға тапшырылды.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Виктор Чубикка ике автомобиль асҡысы тапшырылды.