Милли проекттар
29 Декабря 2022, 10:43

Яңы йылды - яңы фатирҙа

Яңы йылда бар теләктәр ҙә тормошҡа аша тиҙәр. Был ысынлап та шулайҙыр. Ә бына Яңы йылда яңы фатир асҡыстары алыу, был иҫ китмәле шәп хыялдың тормошҡа ашыуы.

Яңы йылды - яңы фатирҙаЯңы йылды - яңы фатирҙа
Яңы йылды - яңы фатирҙа

 Район хакимиәте бинаһында  Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының  медицина хеҙмәткәрҙәренә Яңы йыл алдынан тантаналы сарала эш фатирҙары асҡыстары тапшырылды.

- Беҙҙең бурыс муниципаль райондың һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәренә йәшәү һәм тырышып эшләү ѳсѳн яҡшы шарттар тыуҙырыу, тине райолн хакимиәте башлығы Андрей Иванюта фатир асҡыстары тапшырыр алдынан. 

- Фатир - ул һеҙҙең артабанғы тормошоғоҙҙо тағы ла яҡшыраҡ һәм уңышлыраҡ баҫҡысҡа күтәреү. Ғаилә менән бәхетле йәшәү һәм артабан да үҙегеҙҙең уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу. Һеҙ киләсәктә үҙегеҙҙең пландарығыҙҙы ҡыйыу тормошҡа ашырырһығыҙ, тип ышанам.  Яңы йылда  һеҙгә бәхет, тотороҡлоҡ һәм һаулыҡ, тормошоғоҙҙоң тик яҡшы ғына үҙгәрештәрҙән тороуын теләйем, тине ул.

Йәшәргә урындары булмағандарға эш еренән эш фатирҙары биреү муниципаль район һәм ҡала биләмәһе Советтарының  ҡарарҙарына ярашлы башҡарыла. Эш фатирҙары менән тәьмин итеү  урындағы хакимиәттең  граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләләрен хәл итеүгә инә.

2022 йылда  Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының  медицина хеҙмәткәрҙәрен 2022-2027 йылдарға торлаҡ менән тәьмин  итеү буйынса маҡсатлы программа ҡабул ителгән.  Ошо программа буйынса Үрге Әүжәндә 1 фатир һатып алынған.  Һәр йыл һайын  урындағы бюджеттан  2 млн. һум торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә.

- Беҙ ихлас күңелдән Үрге Әүжән участок больницаһы участковыйы  табип-терапевы  Альбина Рәүил ҡыҙы Һағынбаеваға эш фатиры асҡысын тапшырабыҙ, тине хакимиәт башлығы.

Был бәхеткә  Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының тире-венерология бүлеге табип-дерматовенерологы Элина Фәнис ҡыҙы Ғәскәроваға ла лайыҡ һәм уға ла изге терәктәребеҙҙе ҡушып, эш фатиры асҡысын тапшырабыҙ.

2009 йылдан алып 2022 йылға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренә 19 эш фатиры тапшырылды. Ә 2022 йыл табиптар ѳсѳн бик уңдырышлы булды, район-ҡала халҡының һаулығы һағында торған ѳс медицина хеҙмәткәре фатир алды.

Яңы 2023 йылда ѳс торлаҡҡа  ремонт үткәреү планлаштырыла. Һуңынан был фатирҙар беҙҙең ҡалаға  эшкә килеп, тырышып эшләгән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының  хеҙмәткәрҙәренә тапшырыласаҡ. Ә табиптар беҙгә бик кәрәк.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас