Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Декабрь 2022, 14:14

Мәктәп автобустары менән тулыланды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәре директорҙарына илебеҙҙә етештерелгән ГАЗ, ПАЗ һәм УАЗ маркалы 56 заманса мәктәп автобусы асҡыстарын тапшырҙы. Шуларҙың 3-әүһе Белорет районы ауылдарына юлланды.

Мәктәп автобустары менән тулыланды
Мәктәп автобустары менән тулыланды

Тулы приводлы, өҫтәлмә йылытҡыслы, йылытылған салонлы, 13 урынлы “УАЗ-Патриот” базаһындағы ике автобус таулы зоналар - Ҡағы һәм Үрге Әүжән мәктәптәренә ебәрелде.

Әүжәндәр автобусты уҡыусыларҙы икенсе тораҡ пунттарға олимпиада-конкурстарға, ярыштарға һәм башҡа сараларға йөрөтөү өсөн файҙаланасаҡ. Ә Бельский ауылы балалары көн һайын яңы автобуста Ҡағы мәктәбенә йөрөп уҡыясаҡ.

Ломовка мәктәбе 22 урынға иҫәпләнгән ПАЗ маркалы автобус алды. Автобус мәктәптән алыҫ урынлашҡан урам балаларын йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Ломовка һәм Боғанаҡ мәктәптәре уҡыусыларына экскурсия, олимпиадаярыштарға йөрөү өсөн дә ҡулайлы.

Техника барлыҡ хәүефһеҙлек талабына яуап бирә, заманса ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы системаһы, тахографтар, өҫтәмә автономлы йылытыу ҡорамалы һәм хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылған.

Башҡортостандың барлыҡ райондарында һәм ҡалаларында күпселек уҡыусыларҙың иртәһе мәктәп автобусында йөрөүҙән башлана. Уларҙың заманса автобуста йөрөүе, ә ата-әсәләрҙең балалары өсөн борсолмауы мөһим. Бөгөн водителдәргә аварияһыҙ йөрөгәне, иғтибары өсөн рәхмәт әйткем килә. Беҙ 10 йылдан иҫкерәк автобустарҙы тулыһынса тиерлек алмаштырҙыҡ. Ошо мөһим эште мотлаҡ дауам итербеҙ. Мәктәп директорҙарына яҡшы эшләүҙәрен һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем. Федераль бюджет аҡсаһына алынған автобустар һаны буйынса илдә беренсе урынды биләйбеҙ», - тине Радий Хәбиров асҡыстар тапшырыу тантанаһында.

 Мәктәп автобустары водителдәренең эше ҡатмарлы һәм яуаплы. Быға тиклем минималь хеҙмәт хаҡы алып эшләгән водителдәрҙең эш хаҡы 25 мең булһа, 2023 йылдың ғинуарынан 35 меңгә тиклем еткереү ҡаралған.

Бөгөнгө көндә Ломовка, Абҙаҡ, Тимер һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында мәктәп водителдәре юҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: