Милли проекттар
30 Декабря 2022, 09:12

Әзекәй һәм Нура ФАП-лы булды

Яңыраҡ Әзекәй һәм Нура ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшен башланы.

Әзекәй һәм Нура ФАП-лы булдыӘзекәй һәм Нура ФАП-лы булды
Әзекәй һәм Нура ФАП-лы булды

ФАП-тар "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса төҙөлгән, шулай уҡ тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙе камиллаштырыу "Демография" милли проектында билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн дә яҡшы.

Әзекәй ФАП-ы Сермән врач амбулаторияһы подразделениеһына ҡарай һәм унда 283 кеше хеҙмәтләндерелә. Пунктта Айгөл Өмөтҡолова етәкселек итә. Фельдшер вазифаһында 2019 йылдан эшләгән Айгөл Әмир ҡыҙы ауылдаштары менән яҡындан таныш.

Ә Нура фельдшер-акушерлыҡ пункты Белорет поликлиникаһына ҡарап, 1-се терапия бүлексәһе составына инә. Бында Нура һәм Отнурок ауылдарынан 192 кеше беренсе ярҙам ала. Нураларҙы пункт мөдире Елена Хөснөтдинова ҡабул итә.

Элекке биналарға капиталь ремонт талап ителә һәм улар заман талаптарына тап килмәй ине. Яңы пункттарҙа фельдшер, процедура-прививка эшләү кабинеттары, дарыуҙарҙы һаҡлау бүлмәһе бар. Бина электр конвекторҙары менән йылытыла, канализация һәм һыу үткәрелгән. ФАП-тар медицина аппаратуралары - электрокардиограф, артериаль һәм күҙ баҫымын үлсәтеү аппараттары, ҡанда шәкәр һәм холестерин кимәлен билдәләү анализаторҙары, кислород ингаляторҙары, тын алыу аппараттары менән тулыландырылған.

Бында вакцинация эшләтергә һәм диспансеризацияның тәүге этабын да үтергә мөмкин. “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” федераль проекты сиктәрендә булдырылған.

2023 йылда Үткәл, Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Ғәбдөк ауылдарында модуль фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм 2 мең кеше иҫәпләнгән Тимер юл ауылында модуль врач амбулаторияһы төҙөү планлаштырылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас