Милли проекттар
17 Января 2023, 08:19

«Ауыл ипотека»һында ҡатнашыусылар әҙер торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирә

Дәүләт программаһының төп банк-операторы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса дөйөм суммаһы 2,1 миллиард һумдан ашыулыҡ 793 льготалы кредит (йылына 3% менән) алған.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Ауыл ипотека»һында ҡатнашыусылар әҙер торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирә«Ауыл ипотека»һында ҡатнашыусылар әҙер торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирә
«Ауыл ипотека»һында ҡатнашыусылар әҙер торлаҡ һатып алыуға өҫтөнлөк бирә

2020 йылдың 1 ғинуарынан башлап республикала 9,2 миллиард һумға «ауыл ипотекаһы» бирелгән.

Илдәге барлыҡ вәкәләтле банктар араһында был — иң яҡшы күрһәткес (уларҙың һаны 16-ға еткән, ләкин күпселек өлөшө РСХБ банктыҡы). Башҡортостан өс йыл рәттән «ауыл ипотекаһы» буйынса төбәктәр араһында алдынғы урынды биләй.

Банк-оператор мәғлүмәттәре буйынса, был программа менән Өфө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ райондары халҡы әүҙем файҙаланған. Әлеге райондар республиканың ҙур ҡалалары янында урынлашҡан.

Заемсыларҙың 80% әҙер йорт һатып алыуға өҫтөнлөк биргән, 20% төҙөлөш өсөн ипотека алған.

Программала ҡатнашыусыларҙың күпселеге — йәш ғаиләләр, башлыса 35-40 йәшлектәр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-17/v-bashkirii-80-uchastnikov-selskoy-ipoteki-predpochitayut-pokupat-gotovoe-zhilie-3108256

 

Автор:Эльвира Хамзина