Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Ғинуар 2023, 12:21

Әсәлек капиталынан кемдәр түләү алырға хоҡуҡлы

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығында 2023 йылда ғаиләләрҙең әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға түләү алыу мөмкинлеге хаҡында белдерҙеләр.

Әсәлек капиталынан кемдәр түләү алырға хоҡуҡлы
Әсәлек капиталынан кемдәр түләү алырға хоҡуҡлы

Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, 2023 йылдың 1 ғинуарынан килеме бер кешегә ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр 3 йәшкә тиклемге һәр балаға әсәлек капиталынан айлыҡ түләү алыу мөмкинлегенә эйә. Бынан алда 3 йәше тулмаған икенсе балаға ғына ошондай түләү юлларға мөмкин ине.

Түләүҙең күләме — төбәктә балаларға  билдәләнгән бер йәшәү минимумы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, түләүҙе тәғәйенләгәндә ғаиләнең мөлкәте иҫәпкә алынмай һәм «нуль килеме ҡағиҙәһе» ҡулланылмай.

Аҡса юллау өсөн йәшәгән урын буйынса Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһенә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күп функциялы үҙәк аша ғариза бирергә кәрәк.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йән башына йәшәү минимумы — 12 650 һум, эшкә һәләтле халыҡҡа — 13 789 һум, пенсионерҙарға — 11 990 һум, балаларға 12 271 һум тәшкил итеүе тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-25/v-mintruda-rasskazali-kto-mozhet-poluchat-vyplatu-na-detey-do-3-h-let-iz-matkapitala-v-2023-godu-3118737

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: