Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Февраль 2023, 18:07

Марттан социаль учреждениеларға газ бушлай үткәрелә

2023 йылдың 1 мартынан Башҡортостан мәктәптәрен, балалар баҡсаларын, дауаханаларын һәм башҡа социаль учреждениеларын газ менән тәьмин итеү бушлай ойошторола.

Марттан социаль учреждениеларға газ бушлай үткәрелә
Марттан социаль учреждениеларға газ бушлай үткәрелә

Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Республика менән идара итеү үҙәгенән «Газпром төбәк-ара газ Өфө»нөң генераль директоры Альберт Лоҡманов һөйләне.
«1 марттан хөкүмәттең технологик тоташтырыу тәртибе тураһында ҡарарына үҙгәрештәр көсөнә инә — йәғни беҙ белем биреү һәм медицина учреждениелары участкалары сигенә тиклем газды бушлай һуҙабыҙ. Был сығымдарҙы кәметергә һәм ошо мәсьәләне хәл итеүҙе еңеләйтергә тейеш», — тип билдәләне ул.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә 2021-2025 йылдарҙа Башҡортостанда 25 меңгә яҡын йортҡа һәм 277 ҡаҙанлыҡҡа газ үткәреү планлаштырыла. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-31/s-1-marta-gaz-k-shkolam-detsadam-i-bolnitsam-bashkirii-budut-provodit-besplatno-3125509

Фото: avariyca.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: