Милли проекттар
3 Февраля 2023, 08:07

Ҡыйыҡтар алыштырыла, лифттар яңыртыла...

2022 йылда ҡаланың дүрт күп фатирлы йорто  ҡыйығы капиталь ремонтланды, берәүһендә электр уты менән тәьмин итеү системаһы алыштырылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡыйыҡтар алыштырыла, лифттар яңыртыла...Ҡыйыҡтар алыштырыла, лифттар яңыртыла...
Ҡыйыҡтар алыштырыла, лифттар яңыртыла...

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын комплекслы ремонтлау программаһы буйынса ҡалала – ете, Тимер юл һәм Олойылға ла - 2-шәр, Тирлән һәм Инйәрҙә 1-ешәр йорттоң 37 подъезы ремонтланды.  Иҙән, стена, түбәләре буялды, яҡтыртҡыстары ,ишек-тәҙрәләре замансаларына алыштырылды.  
Быйыл да комплекслы эш дауам итә. Октябрҙең 50 йыллығы урамындағы 50 һәм 52/1 һанлы, Пушкин урамындағы 56а, Точисский урамындағы 22-се йортта 11 подъезд ремонтлау планлаштырылған.
Шулай уҡ ҡаланың - 13, райондың 3 күп фатирлы йорттарының ҡыйыҡтары алыштырыла.

Ғафури, Крупская, Киров, Косоротов, Ленин урамдарында урынлашҡан һигеҙ йортта 22 лифт яңыртыла.

Автор:Эльвира Хамзина