Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Февраль 2023, 15:07

Халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы – республика ҡаҙнаһы, район бюджетының финанс ресурстарын, халыҡтың һәм юридик берәмектәрҙең аҡсаһын социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлткән, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән механизм.

Халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә
Халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек бирә

Шуныһы мөһим, граждандар программала әүҙем ҡатнаша, проектты тормошҡа ашырыу өсөн аҡсаһын бирә, бөтә көсөн һала, идеялар менән сығыш яһай.

Башҡортостанда “Урындағы башланғыстарҙы хуплау – 2023” республика программаһына старт бирелде. Быйыл программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 500 млн һум (былтырғы йыл менән сағыштырғанда 100 млн һумға күберәк), конкурс заявкаһы өсөн 1 млн 200 мең һумға тиклем (200 мең һумға күберәк)  йәүнәлтерә.

Быйыл да тирләндәр үҙ көстәрен һынап ҡарамаҡсы. Үткән йылдарҙағы программа булышлығында Тирлән халҡы хоккей ҡабын ремонтлауға һәм Локоцков тыҡрығы буйлап йәйәүлеләр юлына асфальт түшәүгә өлгәшкән.
2023 йылда локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә булдырылған аллеяны төҙөкләндереү һәм Украинала махсус операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яҡташыбыҙ, махсус тәғәйенләнештәге отряд подполковнигы Альберт Кәримов исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр планлаштырылған.

Конкурста еңеү яулауыбыҙға ышанабыҙ. Берҙәм булғанда ғына, еңеүҙәргә өлгәшеп була!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: