+7 °С
Ясна
Субсидияның ставкаһы — шартлы мал башына 3,5 мең һум. Аҡса малдарҙы аҫрау өсөн бүленә.
«Республикала индустриаль һөт фермаларын күбәйтеү пландарын иҫәпкә алып, беҙгә юғары продуктлы малдарҙы арттырырға кәрәк. Башҡортостанда 81 тоҡомсолоҡ ойошмаһы эшләй. Дәүләт ярҙамы ошондай хужалыҡтарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш», — тине Башҡортостан Республикаһы вице-премьеры — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылда республикала фермерҙарға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнергә рөхсәт биргән закон ҡабул ителде.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-07/v-bashkirii-vydadut-165-mln-rub-subsidiy-na-podderzhku-plemennogo-zhivotnovodstva-3133465