Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Февраль 2023, 11:59

11 мең тонна һөт етештереү күҙаллана

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Илеш районына эш сәфәре 1 200 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән һөтсөлөк йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү майҙансығынан башланды. 

11 мең тонна һөт етештереү күҙаллана
11 мең тонна һөт етештереү күҙаллана

Проектҡа 1,2 миллиард һум аҡса талап ителә, 2021 йылдың сентябрендә өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән. Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренсә, комплекс сафҡа индерелгәндән һуң йылына бер һыйырҙан 8000 килограмм һөт һауып алып, 11 мең тонна һөт етештереү күҙаллана. Мал аҙығы үҙәге лә төҙөлә.

«1 майҙа төҙөлөш эштәренә тотонабыҙ. Төҙөлөш майҙансығы әҙер. Финанслауға килгәндә,  20 проценты – предприятие, 80 проценты – заем аҡсаһы. Быйыл һыйыр аҙбары, һауыу һәм быҙаулатыу блоктары төҙөп,  11 октябргә файҙаланыуға тапшырырға иҫәп тотабыҙ. 2024 йылда һыйыр аҙбарының икенсе корпусын, сенаж траншеяларын сафҡа индерергә уйлайбыҙ. 2025 йылда биләмәне төҙөкләндерербеҙ һәм комплексты тапшырырбыҙ», – тип һөйләне «Башинформ» агентлығына «Үҙәк» МТС-ының капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Венер Әбүбәкеров.

Инвесторға ауыл хужалығы техникаһы, ҡорамалдар һәм йәш тоҡом малын һатып алыуға сығымының бер өлөшөн ҡаплайҙар.

Радий Хәбиров етештерелгән һөттө ҡайҙа һатыу, шулай уҡ мал аҙығы әҙерләү өсөн майҙандар бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды. «Үҙәк» МТС-ы вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙың һөт заводтарына ташыу эше яйға һалынған, мал аҙығы әҙерләү менән дә проблемалар юҡ.

Әйткәндәй, Илеш районы республикала һөт етештереү буйынса икенсе урынды биләй, былтыр бында 50, 4 мең тонна һөт етештерелгән.

2030 йылға республикала 50 индустриаль һөтсөлөк фермаһын төҙөү планлаштырыла.

Белгестәр баһалауынса, стандарт индустриаль ферманың сығымын – 8 йылда, ә республиканан күрһәтелгән ярҙам менән 6 йылда ҡапларға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-02-10/v-bashkirii-na-novom-zhivotnovodcheskom-komplekse-na-1200-korov-budut-proizvodit-11-tysyach-tonn-moloka-3138287

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: