Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Февраль 2023, 16:41

Тәү сиратта - хәүефһеҙлек

Республикабыҙҙа уңышлы эшләп килгән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ауылдарға ҙур ярҙам итә .

Тәү сиратта - хәүефһеҙлек
Тәү сиратта - хәүефһеҙлек

Йәшәгән еренә ысын хужа булып, уның төҙөклөгө, матурлығы өсөн битараф ҡалмаған ауылдаштар булғанда, йәшәү һулышы һүрелмәйәсәк икәнен яҡшы аңлай Николаевка ауыл биләмәһе халҡы. Ошо көндәрҙә халыҡ тап ошо проект өсөн дәррәү тауыш бирергә ауыл хакимиәтенә йыйылды ла инде.

Николаевка ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы, ауыл Советы депутаттары, ойошма етәкселәре, хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашлығында уҙған дөйөм йыйылышта ла “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында  ҡатнашыу һәм проектта еңеү мәсьәләһе ҡаралды.

Ошо маҡсат менән Николаевка хакимиәте быйыл да республика программаһында ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдар халҡынан төрлө тәҡдимдәр булды. Шулай ҙа, МПК-08 мобиль янғын комплексы һатып алыу көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булды.

Ауыл хакимиәте биләмәһе ҡатмарлы һәм ауылдарҙың бер-береһенән, янғын часынан  йыраҡ урынлашыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Янғын йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, янғын хеҙмәте ваҡытында килеп өлгөрмәйәсәге көн кеүек асыҡ. Шуға ла николаевкалар янғын комплексына мохтаж.

Проект 2 900 000 һум тәшкил итә. Ауыл халҡы республика ҡаҙнаһынан 1 200 000 һум күләмендә субсидия алырға иҫәп тота.  

Николаевка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте.  

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: