-2 °С
Болотло
Биҙәү эштәре 90 процентҡа тамамланған. Ошо көндәрҙә бина йылылыҡҡа тоташтырыла. Яҙын тирә-яғын төҙөкләндереү эштәре башланасаҡ.
Социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө 2021 йылдың майында башланды. Үҙәкте “Капиталстрой” йәмғиәте төҙөй. Ике ҡатлы бинала клуб, музыка мәктәбе, ике китапхана һәм 300 урынлыҡ тамаша залы планлаштырылған.
Районда ике клуб буйынса эштәр алып барыла. Йөйәктә социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшөнә проект-смета документацияһы әҙер, Асы клубы проекты дәүләт экспертизаһы үтә.