Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль 2023, 15:20

Мәктәпкә - заманса тәҙрәләр

Халыҡҡа “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында ҡатнашыу бюджет көсөнән килмәгән проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген аса.

Ошо программаға ярашлы Асы ауылында 17 февралдә дөйөм йыйылыш үтте. Уның барышында тиҙ арала хәл итергә кәрәкле, көнүҙәктә торған мәсьәләләр, проблемалар тураһында фекер алышылды. Йыйылыш һуңында ауыл халҡы бер тауыштан Асы ауылы мәктәбенең тәҙрәләрен замансаға алыштырыу проектын хупланы.
Проекттың хаҡы 1 миллион 200 мең һум тәшкил итә. Был суммаға ярашлы һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға тип ҡарар сығарылды (был 89 500 һум тәшкил итә). Шулай уҡ эшҡыуарҙар 89 500 һум күләмендә ярҙам күрһәтәсәк. Республика ҡаҙнаһынан
895 000 һум бүленһә, урындағы бюджеттан 136 мең һум аҡса талап ителә. Программаны бойомға ашырыу өсөн шунда уҡ 10 кешенән торған инициатив төркөм төҙөлдө.
Башланған эштәр тормошҡа ашыр һәм яҡын киләсәктә балалар заманса тәҙрәле мәктәптә белем алыр, типышанғы килә.

Асы ауыл хакимиәте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: