+7 °С
Ясна
Шулай итеп, 1 мартта Әзекәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһына старт бирелде. Унда ҡатнашыу өсөн өс проект тәҡдим ителде: балалар майҙансығы төҙөү, Шауым һәм Әсмән зыяраттарын төҙөкләндереү. Интернет селтәрҙәре аша күпселек тауыш Шауым зыяратын төҙөкләндереү өсөн бирелде. Шулай уҡ инициатив төркөм дә төҙөлдө. Ауыл халҡы башлаған эшкә тоғро ҡалып, ниәттәрен тормошҡа ашырыр тип ышанғы килә.
Фәим ВӘЛИЕВ.