Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2023, 11:18

Яҡтыртҡыстар өсөн бюджеттан 200 млн һум

2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республиканың муниципаль берәмектәрендә тышҡы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу программаһы башланды.

Яҡтыртҡыстар өсөн  бюджеттан 200 млн һум
Яҡтыртҡыстар өсөн бюджеттан 200 млн һум

Һөҙөмтәлә 40 меңдән ашыу яҡтыртҡыс ҡуйылды һәм алмаштырылды, һуңынан программа туҡтатылды, әммә Радий Хәбировтың башланғысы буйынса быйыл тергеҙелә. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Программаны ғәмәлгә ашырыуға ағымдағы йылда Башҡортостан бюджетынан 200 миллион һум бүленә, был социаль объекттарға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына юлдарҙы яҡтыртыуға бәйле хәлде яҡшыртырға тейеш. Программала 63 муниципалитет  ҡатнаша. Эштәрҙе 1 авгусҡа тамамлау планлаштырыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: