Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Март 2023, 17:19

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе санитар автомобиль асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин республиканың 37 ҡала һәм райондары дауаханаларына төрлө модификациялы өр-яңы 65 санитар автомобиле асҡыстарын тапшырҙы.    

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе санитар автомобиль асҡыстарын тапшырҙы
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе санитар автомобиль асҡыстарын тапшырҙы

– Бөгөн медицина учреждениелары тәүге медицина звеноһы өсөн  үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән LADA Granta базаһындағы  автомобилдәрҙе генә түгел, ә ашығыс  медицина ярҙамы машиналарын да ала. Шулай уҡ беҙҙең иҫкәртеү звеноһы ла ҙур автопаркка эйә буласаҡ: уны күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм медицина тикшеренеүҙәре өсөн комплекстар тулыландыра. Һуңғы видеоселектор кәңәшмәһендә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко пандемия менән  көрәш,  ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса лайыҡлы эш күрһәткән биш төбәк иҫәбендә беҙҙең республиканы ла атаны. Шулай уҡ беҙ табиптарыбыҙҙың Донбасс халҡына нисек ярҙам күрһәтеүен дә яҡшы беләбеҙ. Был беҙҙең автопарктың һуңғы яңырыуы булмаясаҡ”, – тип билдәләне Максим Забелин.

Республиканың медицина учреждениелары 11 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты модуле алды. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы автопаркы механигы Виктор Шабалин үҙҙәренә бирелгән бүләккә шатланып бөтә алмай. “2015 йылдан алып механик булып эшләйем, әлегә тиклем бындай ҙа яҡшы йыһазландырылған машина алғаныбыҙ булманы.  Юлға сығасаҡ  һәр машина төҙөклөгөн, сифатын контролләргә тейешбеҙ. Ә бындай уңайлы, тейешле заманса ҡорамалдары булған автомобилдәр халыҡҡа медицина ярҙамы барып етеүен тиҙләтәсәк, ышаныслы, шәп машина!”– тигән баһа бирҙе ул.

Автомобилдәр модуль ҡан баҫымын үлсәү өсөн аппараттар, портатив электрокардиограф, ҡандағы гемоглобин кимәлен билдәләүсе анализатор, дефибриллятор, үпкәне яһалма елләтеү системалары һәм башҡа ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 

Диспансерлаштырыу үткәреүҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә “Күсмә медицина тикшеренеүе” комплексы ҙур ярҙамсы буласаҡ. Унда GSM каналы буйынса мәғлүмәтте тапшырыу мөкинлеге булған һанлы флюорограф һәм электрокардиограф булыуы уңайлылыҡ тыуҙыра. Ашығыс ярҙамға мохтаж  ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү һәм транспортта илтеү өсөн бөтә ҡорамалдар менән йыһазландырылған ышаныслы һәм ябай 14 ашығыс ярҙам автомобиле лә республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына юл тотто. Башҡортостандың медицина автопаркын шулай уҡ яҡшы йыһазландырыған LADA Granta  базаһындағы 40 автомобиль тулыландырҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, Рәсәйҙә етештерелгән 65 машина федераль һәм республика средстволарына алынған. Улар ҡатмарлы тәбиғәт һәм юл шарттарында йөрөү өсөн ҡулайлаштырылған. “Беҙ медицина учреждениеларын “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңы автомобилдәр менән тулыландырабыҙ. Был эштәрҙең барыһы ла халыҡҡа медицина ярҙамын яҡынайтыу, сифатын яҡшыртыу һәм уңайлыраҡ итеү өсөн башҡарыла”, – тине һаулыҡ һаҡлау министры.

Яңы техниканы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы ла алды. 

 

Фотолар: Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан һәм Башинформдан. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: