

Күргәҙмәлә 37 Рәсәй һәм сит ил төбәгенән 340 компания, ә Белорет районынан өс ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ҡатнашты.
Күргәҙмәлә “Иң яҡшы аҙыҡ-түлек-2023” конкурсы ла үтте. Белгестәр тәҡдим ителгән аҙыҡ сифатын тикшерҙе һәм ике Белорет ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бүләкләнеүселәр араһында булды.
Алтын миҙал һәм I дәрәжә Диплом менән “Мясной двор Симонова” кооперативы билдәләнде. Көмөш миҙал һәм II дәрәжә Диплом менән Д.Дубровскийҙың “Башпчелпром-Б” йәмғиәте бүләкләнде.
Район эшҡыуарҙарының был тармаҡта уңышы ҡыуандары. Улар тотороҡло үҫешә, аҙыҡ-түлек сифатын да юғары кимәлдә тота һәм шуның өсөн лайыөлы наградалар алалар ҙа инде.