Программа сиктәрендә 274 йортта 752 подъезды ремонтлау планлаштырыла. Быйыл был эш 20 муниципалитетҡа ҡағыла, дөйөм бюджет – 744 миллион һум. Ошо хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Программа ғәмәлгә ашырылған осорҙа, 2019 йылдан алып, Башҡортостанда 2 494 күп фатирлы йортта 7 413 подъезды төҙөкләндерҙек. Берлектә финанслау шарттарында ошо маҡсатҡа 2,8 миллиард һум йүнәлттек. Хәтерегеҙгә төшөрәм, сығымдарҙың күпселек өлөшөн республика үҙ өҫтөнә ала, 10% муниципалитеттар өҫтәй. Программаға ингән барлыҡ подъездарҙа ишектәрҙе ремонтлайбыҙ, беренсе ҡатта плитә түшәйбеҙ, яңы тамбур ишеге, тәҙрәләр, энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар, почта йәшниктәре ҡуябыҙ», – тип билдәләне ул.
Подъездарында ремонт яһау планлаштырылған йорттар исемлеге – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында.