Проектты инвестициялау күләме 110 млн. һум тәшкил итә һәм 20 эш урыны булдырыла. Производствоны сафҡа индереү 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына билдәләнгән.
Урал спорт инвентарҙары заводының генераль директоры Азат Вилданов билдәләүенсә, 2024 йылда иһә предприятие бар ҡеүәтенә эшләй башлап, айына 300 тоннаға тиклем ҡорос һәм суйын етештереүгә иҫәп тота.
- Белореттағы яңы предприятиела дауалау физкультураһы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн спорт һәм реабилитациялау ҡорамалдары етештереләсәк. Спорт инвентарҙары заводы реабилитациялау буйынса техник саралар етештереүселәр өсөн яңы республика программаһы сиктәрендә ярҙам ала. Яңы ҡорамал алыу өсөн төбәк субсидия бүлә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 20 млн. һум аҡса ҡаралған, - тине Хөкүмәт вице-премьеры, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.
Бөгөн заводта плазма һәм механик эшкәртеү юлы менән ҡоростан ҡырҡып алынған деталдәр файҙаланыла. Был продукцияның үҙҡиммәте үҫешенә килтерә. Көнбайыштың Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүе, сит ил компанияларының ҡулланыусылар баҙарынан китеүе, илдә етештерелгән спорт ҡорамалдарына ихтыяжды арттырасаҡ.
- Бөгөн ҡорос һатып алып, уны эшкәртәбеҙ. 50 мең тонналап суйын һәм ҡорос кәрәк була. Яңы производствоны сафҡа индереү менән, ике заводтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәсәкбеҙ. Бынан тыш, ҡоросто формалау өсөн ҡормал алырға йыйынабыҙ. Тимәк, башҡа компанияларҙың да һорауын үтәй, - тине Азат Вилданов.