Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Апрель 2023, 12:40

15 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әүҙем әҙерлек эше хаҡында хәбәр итте. 

15 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла
15 миллион ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла

Был акция 22 апрелдән 13 майға тиклем ойошторола. 22 апрелдән 22 майға хәтлем республика дүртенсе тапҡыр «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушыла. Уның барышында республикала геройҙар – Бөйөк Ватан һуғышында һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә аллеялар асыла. Урмансылар үҫентеләрҙе ултыртырға әҙерләй башлаған да инде.
«Шишмә районындағы Торахан кәшәнәһе эргәһендә яңы майҙансыҡ булдырыла. Быйыл тотош республикала – урмандарҙа, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәмғеһе 15 миллион ҡыуаҡ һәм ағас ултыртабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар!», – тип яҙған Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда «Экология» милли проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеү эше тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-04-10/v-bashkirii-budet-vysazheno-15-millionov-dereviev-i-kustarnikov-3213305

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: