«Аңлатабыҙ. Башҡортостан» телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, тикшереү бушлай уҙғарыла. Белгестәргә алдан яҙылырға кәрәкмәй. Табиптар сират буйынса ҡабул итә. Иң мөһиме, үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисын алырға кәрәк.
Бынан алда «Башинформ» 2023 йылда 10 муниципалитет биләмәһендә 26 мобиль комплекс эшләйәсәген хәбәр иткәйне. Уларҙың составында күсмә флюорографтар, һанлы маммографтар, сәләмәтлек үҙәктәре, биохимик анализдар алыу өсөн фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар.
Карточкаларҙа — апрель айына сәләмәтлек поездарының графигы: