Ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия 2006 йылда булдырылған. Йыл һайын республика юғары уҡыу йорттарының — 5, колледждарҙың 20 студентына ошондай түләү тәғәйенләнә.
Быға тиклем исемле стипендияның күләме урта махсус уҡыу йорттарында — 600 һум, юғары уҡыу йорттарында 1200 һум ине.
Ошо йылдар эсендәстипендияға 250-нән ашыу студент лайыҡ булған. Уларҙың уңышы Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеүгә һәм уҡыуҙағы йәки ғилми эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштарына бәйле.