+27 °С
Облачно


Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 44-се, 48-се, 50-се, 52-се һәм 54-се йорттарҙа уңайлы ихаталар барлыҡҡа киләсәк.
Әле тротуарҙарҙа иҫке бордюрҙары алып ташланып, сүп-сар, тупраҡ сығарылды, яңылары һалына башланы.
Көҙгә тиклем һәр ихатала заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу, видеокүҙәтеү, туҡталҡалар, ял итеү зоналарына яҡтылыҡ үткәреү планлаштырыла.
Эштәр «Рефстройпроект» йәмғиәте тарафынан башҡарыла.